Башҡортостанда 4 йылда 200 мең литрға яҡын суррогат алкоголь әйләнештән алынған

Был турала республиканың Эске эштәр министрлығы хәбәр итте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бер көн алда Радий Хәбиров спиртлы эсемлектәрҙән үлем осраҡтары 4 тапҡырға кәмеүе тураһында яҙып сыҡҡайны.

Бөгөн хоҡуҡ һаҡлау органдары ла был өлкәләге ыңғай тенденцияларҙы барланы. Полиция хеҙмәткәрҙәре уҙған йылда ғына хәмер етештергән биш йәшерен цехты япты. Махсуслашҡан иҫкәртеү операциялары уҙғарыу һөҙөмтәһендә барлығы 165 енәйәт һәм 2 мең административ хоҡуҡ боҙоу осрағы асыҡланған.

Яңы йыл байрамдары, һабантуй, һуңғы ҡыңғырау һәм йәштәр көндәрендә спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйыу ҙа үҙ һөҙөмтәһен бирә.

Фото №1 - Башҡортостанда 4 йылда 200 мең литрға яҡын суррогат алкоголь әйләнештән алынған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ