Фекер алышыуҙа Башҡортостан башлығының фән буйынса кәңәшсеһе Руслан Ҡазыханов, Башҡорт дәүләт университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы Вадим Захаров һәм Өфө дәүләт техник авиация университеты ректоры урынбаҫары Алексей Елизарьев ҡатнашты.
Брифингта белем биреү процесында, фәнни эҙләнеүҙәр эшендәге үҙгәрештәр, студенттар һәм уҡытыусылар өсөн яңылыҡтар, Башҡортостан юғары белем биреү мәктәбенең киләсәге тураһында һүҙ барҙы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университеттарын берләштереү һәм улар нигеҙендә Өфө фән һәм технологиялар университетын ойоштороу тураһындағы бойороҡҡа июлдә ҡул ҡуйылғайны. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров фекеренсә, был Рәсәйҙә ҡеүәтле фән, мәғариф һәм технологиялар үҙәген булдырырға мөмкинлек бирәсәк.




