Башҡортостанда төбәк инвестиция өлгөһө индерелә. Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Инвестиция сәғәте” ултырышында шул турала әйтелде. Бындай алым бизнесҡа булышлыҡ итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Беҙҙең республика илдә инвестиция өлгөһөн индергән биш төбәк исемлегендә. Был программаға ҡарап эшҡыуарҙар ярҙам саралары менән таныша ала, артыҡ ҡағыҙ мәшәҡәтенән бушатыла. Радий Хәбиров Иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министрлығына инвесторҙар менән эшләү сараларын камиллаштырыу буйынса ентекле доклад әҙерләргә ҡушты.




