“Аҫылташ” республика йәштәр форумы дауам итә. Бөгөн уның икенсе көнө. Форум Йылайыр районы “Дуҫлыҡ” ял үҙәгендә ойошторола. 5-се тапҡыр үткән сараға республикабыҙҙан 200-ҙән ашыу әүҙем йәш кеше йыйылды. Быйыл форумда ижади, эшҡыуарлыҡ, проект яҡлау майҙандары эшләй. Сара тәжрибә туплау, аралашыу урыны, ти ҡатнашыусылар.







