Башҡортостанда сәләмәтлек тармағына быйыл 106 миллиард һум бүленә

Башҡортостанда сәләмәтлек тармағына быйыл 106 миллиард һум бүленә. Салауат ҡалаһында Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коллегияһы ултырышы уҙҙы. Унда вице-премьер – Финанс министры Лира Иғтисамова ҡатнашты. Республикала дауалау ойошмалары төҙөлә. 2025 йылға 6 поликлиника һәм 400-ҙән ашыу фельдшер-акушер пункты барлыҡҡа киләсәк. Дауаханалар медицина ҡорамалдары һәм транспорт менән тәьмин ителә. Былтыр 570 миллион һумға 70 автомобиль һатып алынған.

Фото №1 - Башҡортостанда сәләмәтлек тармағына быйыл 106 миллиард һум бүленә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ