Төрөк инвесторҙары Башҡортостанда пластик торбалар һәм йылытыу ҡорамалдары етештерергә ниәтләй. “Инвестиция сәғәте” ултырышында проекттар ҡаралды. Бының өсөн 2 миллиард 400 миллион һум йәлеп ителә. Төрөк компанияһы “Өфө” индустриаль паркы һәм “Алға” махсус иҡтисади зонаһында заводтар төҙөргә ниәтләй.




