Башҡортостандан туристик компаниялар грантҡа дәғүә итә ала. Туризм буйынса федераль агентлыҡ киләһе йылға заявкалар ҡабул итә. Конкурста еңгән төбәктәргә грант тапшырыла. Уның суммаһы 3 миллион һумдан 10 миллионға тиклем етә. Грантты пляждар, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын төҙөкләндереү, кемпингтар булдырыу, туристик ҡорамалдар һатып алыу, маршруттар асыу, мобиль ҡушымталар уйлап табыу өсөн ҡулланырға мөмкин. Дөйөм алғанда, федераль бюджеттан проекттар өсөн 5 миллиард 300 милилон һум бүленә. Быйыл республикала Туризм буйынса федераль агентлыҡ ярҙамында 16 проект тормошҡа ашырыла.







