Башҡортостанда быйыл алты айҙа 1 мең 300-ҙән ашыу бала йорт хайуандарынан зыян күргән

Башҡортостанда быйыл алты айҙа 1 мең 300-ҙән ашыу бала йорт хайуандарынан зыян күргән. Республика буйынса Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү идаралығынан шул турала хәбәр итәләр. Балаларҙың күбеһе эт тешләүҙән йәрәхәт алған. Кешегә ташланған йорт хайуандары сирле булыуы ихтимал. Шуға табиптарға күренергә кәңәш ителә. Йыл башынан 4 мең ярым кеше ҡотороу сиренән вакцина эшләткән.

Фото №1 - Башҡортостанда быйыл алты айҙа 1 мең 300-ҙән ашыу бала йорт хайуандарынан зыян күргән
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ