Республикала юбилейлы “Ҡош юлы” фестивале үтә. Башҡорт бард йыры байрамы киләһе аҙнала Ейәнсура районында уҙа. Ул унынсы тапҡыр ойошторола. “Быйылғы “Ҡош юлы”нда уҙған йылдарҙа еңгән, тамашасы һөйөүен яулаған гитарасылар сығышы көтөлә”, - ти фестивалде ойоштороусы Шәфҡәт Ғәбитов.




