Башҡортостанда өс йылда 193 мең литр суррогат алкоголь тартып алынған

Башҡортостанда өс йылда 193 мең литр суррогат алкоголь тартып алынған. Республика буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, былтыр полиция рөхсәтһеҙ спиртлы эсемлектәр етештергән 5 йәшерен цех эшмәкәрлеген туҡтатҡан. Хәмер һатҡан өсөн 2 меңдән ашыу кеше административ яуапҡа тарттырылған. Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса, алкоголь менән ағыуланыу осраҡтары дүрт тапҡырға кәмене. Башҡортостанда алып барылған айыҡлыҡ хәрәкәте ыңғай һөҙөмтәләр бирә.

Фото №1 - Башҡортостанда өс йылда 193 мең литр суррогат алкоголь тартып алынған
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ