Республика кардиология үҙәгендә яңы проект тормошҡа ашырыла

Уның ярҙамында төрлө ҡала-райондарҙа йәшәгән пациенттарҙың сәләмәтлек торошон дистанцион рәүештә күҙәтергә мөмкин. 

 Проектты тормошҡа ашырыуҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһының үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары, Дәүләт Думаһы комитеты рәйесе урынбаҫары Наталья Орлова ярҙам иткән.

Йөрәк сирҙәре менән иҫәптә торған пациенттарҙы даими күҙәтеүгә алыу тәҡдимен Республика кардиология үҙәге табиптары күтәреп сыҡҡан. Сөнки Башҡортостан ҙур төбәктәрҙең береһе, төрлө ҡала-райондарҙа йәшәгән ауырыуҙарҙың Өфөгә йыш йөрөү мөмкинлеге юҡ. Ә гаджеттар ярҙамында участка терапевты аша сәләмәтлек торошо тураһындағы мәғлүмәттәрҙе даими еткереп торорға мөмкин.

Үҙәк кардиологтары иһә күрһәткестәрҙең үҙгәреүенә ҡарап үҙ кәңәштәрен бирә аласаҡ. Яңы пилот проект пациенттар араһында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған, әле 200-ләп кеше мәғлүмәттәр ебәреп тора. Табиптар фекеренсә, заманса алым йөрәк сирҙәренән ғүмере өҙөлөүселәр иҫәбен кәметергә тейеш.

Башҡортостанға эш сәфәре барышында Республика кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаева ошо проекттың үҙенсәлеге, гаджеттар талап ителеүе хаҡында һөйләгәйне. Шул ваҡытта ярҙам күрһәтеү теләге тыуҙы, финанслау менән бағыусылар булышлыҡ итте. Әле был проект менән Рәсәйҙең башҡа төбәктәре лә ҡыҙыҡһына, Башҡортостан тәжрибәһе киң таралыу алыр, тип уйлайым.

Ольга Орлова, «Берҙәм Рәсәй» партияһы үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары

Рәсәйҙең башҡа бер төбәгендә лә пациенттарҙың сәләмәтлек торошон даими конролдә тотоу юҡ. Беҙ иһә ошо гаджеттар ярҙамында көн һайын уларҙың күрһәткестәрен белеп торабыҙ. Әлеге ваҡытта йөрәк сире булған 200-ләп пациент үҙҙәренең участка терапевты аша беҙгә мәғлүмәт еткереп тора. Сләмәтлек торошо насарайған осраҡта кардиологҡа күренеү йәки дауаханаға ятыу талап ителә.

Ирина Николаева, Республика кардиология үҙәге баш табибы
Фото №1 - Республика кардиология үҙәгендә яңы проект тормошҡа ашырыла

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ