Нуриман районы Красная Горка ауылында йәшәүселәр йылғаға яҡын ултырған йорттар яр ашалып һыуға яҡынайыуына хәүефләнә. Халыҡ фаразлауынса, тәбиғи күренеште төҙөлөш башларға ниәтләгән урында йәшәүсе тиҙләткән. Улар участка хужаһының биләмәне законлы рәүештә алыуына ла шикләнә. Хәлгә БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина асыҡлыҡ индерергә тырышты.
Йылдан-йыл бындағы баҡсаларҙың майҙаны кәмей бара. Яр буйындағы йомшаҡ ер элек булған юлды ла, боронғо йорттарҙы ла юҡҡа сығарған. Шул сәбәпле, Гүзәл Йәрекәева ла кәртәләрен күсереп торорға мәжбүр. Емерелеүҙән уны баҡса артындағы уба ғына ҡотҡарып торған. Тик уныһы ла ике көн элек юҡҡа сыҡҡан.
Элекке уба яңыраҡ Айҙар Хәлилов милкенә күскән биләмәлә урынлашҡан булған. Хужаны емерелеп торған яр ҙа шунда төҙөлөш башлар өсөн, ерҙе ҡаҙа башлауҙан туҡтатмаған.
Урында йәшәүселәр фекеренсә, эшҡыуар йәнәһе лә, биләмәлә ҡунаҡхана төҙөргә ниәтләй. Унан башҡа, яр буйы биләмәһе бер түгел, өс хужа милкендә булыуы асыҡланған.
Әлеге ваҡытта мин участкаларҙын береһендә торам. Уның биләмәһенә халыҡ йөрөгән бына был юл инә. Хужа участканы япҡан осраҡта, халыҡ өсөн хәрәкәт сикләнәсәк, йорттарға янғын һүндереү йәки башҡа техника үтә алмаясаҡ.
Хәлгә асыҡлыҡ индерер өсөн, хужаларҙың үҙҙәренә мөрәжәғәт итәбеҙ. Улар халыҡ йөрөгән юлды ябырға йыйынмай. Был мөмкин дә түгел, сөнки юл өсөн хоҡуҡтар муниципалитетҡа ҡарай. Законға ярашлы, хужалар биләмәлә ҡунаҡхана ла төҙөй алмай. Тик йорт ҡына. Уныһы ла «Һыу кодексы» талаптары нигеҙендә. Һыу һаҡлау зонаһында төҙөлгән йорттан йылғаға бысраҡ һыуҙар аҡмаҫҡа тейеш.
Емертелгән уба торған участка ла хужаның шәхси милкендә. Тимәк, уға ерҙе ҡаҙыу рөхсәт ителә. Әммә урында йәшәүселәрҙең дөйөм яр биләмәһе хосусилашыу осрағы буйынса һорауҙары бөтмәгән. Улар мәсьәләне прокуратура аша хәл итмәксе.
Рәзилә Ғиниәтуллина







