Быйыл «Башҡорт ихатаһы» программаһына 1 миллиард һум аҡса бүленгән

Быйыл «Башҡорт ихатаһы» программаһына 1 миллиард һум аҡса бүленгән Был уҙған йыл менән сағыштырғанда, 300 миллион һумға күберәк. Әйтәйек, былтыр 140 ихата төҙөкләндерелһә, был юлы 200-гә етер тип көтөлә.

Әлеге ваҡытта республика ҡалаларында һәм 8 районында төҙөкләндереү саралары дауам итә. Эш уртаса 45 процентҡа үтәлгән. Теманың дауамы Баймаҡ ҡалаһынан әҙерләнгән репортажда.

1 июлдән Баймаҡ ҡалаһының Салауат Юлаев проспектының 31-се һәм 33-сө йорттарында ҡыйыҡ алыштырыу эштәре бара. Уны яуаплылығы сикләнгән «Стройгрупп» төҙөлөш ойошмаһы башҡара. Ремонтты октябрь айында тамамлау күҙаллана. Альберт Зөфәров 30 йыл төҙөлөш эшендә. Сифатлы, бар талаптарға ярашлы ҡыйыҡ төҙөү менән бер рәттән, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре лә теүәл үтәлергә тейеш, тип билдәләй ул. 

Шулай уҡ Баймаҡ ҡалаһында “Башҡорт ихаталары” проекты ла уңышлы эшләй. Уның сиктәрендә тротуарҙар, парковка яңыртылып, биләмәләр йәшелләндерелә, бынан тыш, резина түшәлгән хәүефһеҙ балалар һәм спорт майҙансығы булған комплекс,

Дәүләт программалары – халыҡ өсөн. Ҡаланы төҙөкләндереү, уңайлыҡтар булдырыу маҡсатынан барлыҡҡан килгән был проекттар лайыҡлы шарттар тыуҙырыуға, халыҡҡа ял итергә, уйнарға, спорт менән шөғөлләнергә яңы мөмкинлектәр аса.

Фото №1 - Быйыл «Башҡорт ихатаһы» программаһына 1 миллиард һум аҡса бүленгән

Альбина Байегетова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ