Мәсетле районында бесән – 60, сенаж 50 процентҡа әҙерләнгән. Төбәктең «Ленинский» ауыл хужалығы кооперативы, «Батыр», «Йондоҙ», «Аҡтау» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре алдынғылар рәтендә.
Әлегә «Йондоҙ» хужалығында бесән әҙерләү тамамланыу алдында, сенаж ямдары тултырыла. Ҡыҙыу мәлгә хеҙмәткәрҙәр алдан әҙерләнгән: техникаларҙы ремонтлаған, яғыулыҡ-майлау материалдары хәстәрләгән.
Бөгөн хужалыҡтың тағы ла бер ҙур маҡсаты – һөт малсылығын үҫтереү һәм һауымды арттырыу. Шул уҡ ваҡытта әле мал һарайҙары ла төҙөкләндерелә.
Рәзилә Ғиниәтуллина




