Ейәнсура районы баҫыуҙарында ҙур күләмдә соя борсағы үҫтерелә

Мал аҙығының сифатын яҡшыртыу өсөн ҡушылған соя шроты «А7 АГРО-РБ» хужалығында етештерелә. Файҙалы һәм туҡлыҡлы күрһәткестәре менән һөт продукцияһының сифатын арттырырға булышлыҡ иткән үҫемлек төбәктә 8 мең гектар майҙанда сәселгән. Ейәнсура районындағы хужалыҡ эшмәкәрлеге менән БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким һөйләй.

«А7 АГРО-РБ» хужалығында ғәҙәттәгесә, эштең ҡыҙыу мәле. Ферма эшселәре малдарҙы туйғансы ашатып сифатлы һөттөң күләмен арттырырға тырыша. Ҙур аграр комплекста мал аҙығы хужалыҡ баҫыуҙарында әҙерләнә. Июль аҙағына 954 тонна люцерна, 267 тонна бесән тупланған. Баҫыу культураларының таҙалығы, файҙалы күрһәткестәре, үҫтерелгән шарттары аграрийҙарҙың даими күҙәтеүендә. Ҡулланыусылар өҫтәленә барып етәсәк продукцияның сифаты ла малдың нимә ашауына туранан-тура бәйле.

Уҙған йылдарҙағы ҡоролоҡто иҫәпкә алып хужалыҡта баҫыу культураларын юғалтыуһыҙ үҫтереү өсөн дүрт һыу һибеү машинаһы һатып алынған.

Ҡеүәтле техника ямғырһыҙ, эҫе селләлә тупраҡты талап ителгән кимәлдә дымларға мөмкинлек бирә. Бынан тыш, үҫемлектәргә зыян килтереүсе зарарлы бөжәктәрҙе юҡҡа сығарыу өсөн баҫыуҙар махсус химик матдә менән эшкәртелгән. Йылдам үҫешкән хужалыҡта быйыл тәүге тапҡыр соя борсағынан уңыш аласаҡтар.

Башҡортостанда быйыл соя борсағы ике тапҡыр күберәк сәселгән. Баҫыуҙарҙа 8 мең гектар майҙан тәшкил иткән культура быға тиклем импортҡа оҙатылһа, хәҙер республика хужалыҡтарын тәьмин итә. Ейәнсура районындағы аграр хужалыҡ соя шротын етештереү буйынса алдынғы предприятиеларҙың береһе һанала.

Республиканың 7 районында эш алып барған ойошмала малсылыҡ комплексы тап Ейәнсура районында урынлашҡан. Һөтсөлөк тармағын камиллаштырыу маҡсатында хужалыҡта өҙлөкһөҙ эш алып барыла. Мал аҙығының сифатын яҡшыртыу ҡуйылған бурыстың төп өлөшө булып тора.

Фото №1 - Ейәнсура районы баҫыуҙарында ҙур күләмдә соя борсағы үҫтерелә

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ