Күгәрсен районының «Мораҙым» һауыҡтырыу лагерында балалар ялы ошо девиз аҫтында үтә. Ентекләберәк киләһе яҙмала.
Балаларҙың һәр иртәһе зарядканан башлана. Күңелле күнекмәләр кәйефте күтәрә, дәрт өҫтәй. Лагерь сменаһы тиҙ үтә, ти балалар. Сөнки көн һайын улар төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнә, уйындарҙа ҡатнаша, походҡа бара һәм, әлбиттә, иң ҡыҙығы: киске дискотека.
“Мораҙым” паркы тәбиғәте ҡосағында ял итеү барыһына ла оҡшай. Бында элемтә тотмай. Ҡоштар һайрауы, сылтырап аҡҡан Оло Эйек күңелгә айырым бер ял бирә.
“Мораҙым” лагерына Күгәрсен районынан ғына түгел, республика район-ҡалаларынан, хатта башҡа төбәктәрҙән юллама алыусылар бар. Әйткәндәй, кэшбек программаһы ла әүҙем ҡулланыла. Туҡланыу йәһәтенән ата-әсәләргә борсолаһы түгел, балаларҙы бында биш тапҡыр ашаталар. Йәш төркөмөнә ҡарап, дүрт отряд ойошторолған. 6 йәштән алып 15 йәшкәсә балалар ял итә. Хәл белергә килергә теләгән ата-әсәләр менән осрашыу өсөн махсус урын һәм ваҡыт билдәләнгән.
Малай-ҡыҙҙарға онотолмаҫ ял ойоштороу маҡсатында тәбиғәт ҡосағына экскурсиялар ҙа үткәрелә. Был юлы балаларҙы Күгәрсен мәмерйәһенә алып барҙылар. Ул лагерҙан алыҫ түгел, йылға аша урынлашҡан. Текә тауға менергә кәрәк булһа ла, ял итеүселәр был бейеклекте ярты сәғәт эсендә яуланы.
Әлфинә Килдейәрова




