Йылайыр районында «Аҫылташ» республика мәғариф форумы башланды

Йылайыр районында республиканың Йәш яҡташтар ассоциацияһы эгидаһы аҫтында «Аҫылташ» Башҡортостан йәштәренең төбәк мәғариф форумы үтә. Президент гранттары Фонды ярҙамында ойошторолған сара быйыл өс йөҙҙән ашыу егет-ҡыҙҙы берләштергән.

Дүрт көн дауамында улар үҙҙәрен үҫтереү һәм ижад мөхитенә сумып, лекциялар тыңлай, оҫталыҡ дәрестәре, дискуссия майҙансыҡтарында ҡатнаша. Төрлө һөнәр эйәләре менән осрашыуҙар ҙа ҡаралған. Мәғариф программаһы дүрт йүнәлештә уҙғарыла Сәнғәт һөйөүселәр «арт-майҙансыҡ»ҡа яҙылған, шулай уҡ йәштәр «социаль проектлау», «карьера үҫеше» һәм «халыҡ алдында сығыш яһау» буйынса практик яҡтан белемен камиллаштыра.

Әйткәндәй, «Этнодонъя» майҙансығында милли аш-һыу менән танышырға, башҡорттарҙың кейемендә уҡтан атып ҡарарға мөмкин. Экстрим менән ҡыҙыҡһыныусылар батырҙар уҙышында көс һынашасаҡ.

Фото №1 - Йылайыр районында «Аҫылташ» республика мәғариф форумы башланды

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ