Һамар өлкәһендә «Иволга» йәштәр форумы эшләй башланы

Унда Волга буйы федераль округынан 2 меңдән ашыу кеше ҡатнаша.

Йәштәр форумында төрлө семинар, оҫталыҡ-дәрестәре, түңәрәк өҫтәл һәм спорт ярыштары үткәрелә. Шулай уҡ проект авторҙары гранттар конкурсында ҡатнаша. Улар 500 меңдән алып миллион ярым һумға тиклем аҡса ота ала. «Иволга»ла Башҡортостан делегацияһы составында 110 кеше ҡатнаша.

Яҡташтарыбыҙ форум сиктәрендә үткәрелгән һабантуйҙа төбәктең милли үҙенсәлеген күрһәтергә теләй. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр «Иволга» форумы онлан-форматта уҙҙы. Унда республика йәштәре 1 миллион 115 мең һумлыҡ грант ярҙамы алыуға өлгәште.

Фото №1 - Һамар өлкәһендә «Иволга» йәштәр форумы эшләй башланы

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ