Өфөнөң Пугачев урамы реконструкцияға ябыла

Юлсылар «Баш ҡаланың көньяҡ ҡапҡаһы» тигән күләмле проектты башлай. Төҙөлөш эштәре менән бәйле транспорт хәрәкәте лә үҙгәрә. Водителдәргә Кузнецов Затоны аша һалынған урау юл аша йөрөргә тура киләсәк. Әле был юлды төҙөү тамамланған.

Ул башҡаланың Геофизиктар, Бородино һәм Һынаусылар урамдары аша үтә. Эш сифатын бөгөн Башҡортостан башлығы ла тикшерҙе. Транспорт артерияһының әһәмиәте хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Әлегә юл буш, транспорт хәрәкәте юҡ. Әммә был ваҡытлыса күренеш. Киләһе аҙнаның шишәмбеһенән урау юл автомобилдәр менән туласаҡ. Сөнки Пугачев урамы оҙайлы ремонтҡа ябыла. Күләмле реконструкция башҡаланың көньяҡ өлөшөн төҙөкләндереү, инфраструктураһын яҡшыртыу буйынса ҙур проектҡа нигеҙ һала.

«Өфөнөң көньяҡ ҡапҡаһы» проекты ике йылға иҫәпләнгән. Ул ошо зонала транспорт инфраструктураһын тулыһынса көйләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Урау юл бер айҙан ашыу ваҡыт эсендә төҙөлгән. Белгестәр әйтеүенсә, юлсылар ҡатмарлы шарттарҙа эшләй. Биләмә Ағиҙел менән Ҡариҙел йылғалары ҡушылған уйһыу ерҙә урынлашҡан. Майҙанды таҙартырға ла, тигеҙләргә лә тура килә.

Кузнецов затонында торлаҡ төҙөлөшө лә йылдам бара. 2000-се йылдар башында бында тик шәхси өйҙәр урын алһа, хәҙер бер-бер артлы күп ҡатлы йорттар ҡалҡып сыға. Яңы юл улар өсөн дә уңайлы, яҙлы-көҙлө батҡаҡ кисеп йөрөргә тура килмәйәсәк.

Юл төҙөлөшө менән бәйле водителдәргә бер аҙ уңайһыҙлыҡтар кисерергә тура килә, арауыҡ бер аҙға оҙоная. Уның ҡарауы киләсәктә Өфөгә көньяҡтан ингән ерҙә тығындар булмай. Пугачев урамын киңәйтеү, 4 һыҙатлыға әйләндереү ҡаралған. Шулай уҡ юл үткәргес тә төҙөлә.

Пугачев урамы 26 июлдә ябыла. Республика, Өфө ҡалаһы етәкселеге юл йөрөүселәргә ваҡытты алдан планлаштырырға кәңәш итә. Әммә ҡатмарлыҡтар булмаҫ тип көтөлә, сөнки яңы урау юл уңайлы, киң итеп төҙөлгән. Йәмәғәт транспорты туҡталыштары ла, яҡтыртыу ҡоролмалары , светофорҙар ҙа бар. 

Был биләмәне төҙөкләндереү, тәртипкә килтереү стратегик бурыс булып тора. Берҙән, юл Өфөнөң көньяҡ ҡапҡаһы, икенсенән, Кузнецов затоны йылдам үҫешкән зоналарҙың береһе. Әлеге ваҡытта бында 5 тиҫтәнән ашыу күп ҡатлы йорт иҫәпләнә, 7 меңдән ашыу халыҡ йәшәй. Киләсәктә 2 мең урынға иҫәпләнгән белем усағын һәм балалар баҡсаүын сафҡа индереү ҡаралған.

Фото №1 - Өфөнөң Пугачев урамы реконструкцияға ябыла

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ