Өфөлә «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы биләмәһендә һуғыш ветерандары өсөн госпиталь төҙөләсәк

Был турала баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына арналған кәңәшмәлә билдәләнде. Төбәк башлығы Радий Хәбиров фекеренсә, һайланған урын пациенттар һәм уларҙың туғандары өсөн бик уңайлы буласаҡ.

 Киләсәктә властар шифахананы матди яҡтан йыһазландырыу буйынса ҡарар ҡабул итергә ниәтләй. Осрашыуҙа шулай уҡ башҡа мөһим объекттар тураһында ла һүҙ барҙы. Атап үткәндә, көрәш һарайының төҙөлөш майҙанында фундамент бетон һалына башлаған, бар эштәр ҙә графикка ярашлы бара.

Бынан тыш, республика етәксеһе ҡурсаҡ театры бинаһы фасады проектын эшләп бөтөрөргә ҡушты, ул киләһе йыл аҙағында үҙ ишектәрен асасаҡ. Инорста ишкәк слаломы комплексы һәм Затонда фехтование үҙәге лә ваҡытында сафҡа инәсәк. Радий Хәбиров барлыҡ эштәрҙе графикка ярашлы башҡарыу мөһимлеген билдәләне.   

Фото №1 - Өфөлә «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы биләмәһендә һуғыш ветерандары өсөн госпиталь төҙөләсәк
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ