Республикала ҡаҙылмалар эҙләү һәм ҡаҙыу өсөн технологик полигон барлыҡҡа киләсәк

Был – ер аҫтын файҙаланыуҙың яңы төрө, уға уҙған йылдан  лицензиялар бирелә башланы.

Файҙалы ҡаҙылмаларҙы эҙләү, иҫәбен алып барыу, сығарыу һәм ҡулланыу өлкәһендә законлылыҡты тәьмин итеү мәсьәләләре Радий Хәбировтың Ер аҫтын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Евгений Петров менән осрашыуында тикшерелде.

Фекер алышыу барышында Башҡортостанда геологик музей булдырыу мөмкинлектәре тикшерелде, унда тәбиғәт төрлөлөгөн сағылдырған таштар коллекцияһы тупланыр тип көтөлә. Музейҙы төҙөүҙә республика предприятиелары, коллекционерҙар булышлыҡ итәсәк. Федераль агентлыҡ та ярҙам күрһәтергә әҙер. Бынан тыш, төбәктә Евразия күсмә цивилизациялар музейы проекты тормошҡа ашырыла башлаған. 

Был өлкәлә тәртип урынлаштырыу маҡсатында Башҡортостанда ер аҫтын файҙаланыусыларҙың эшмәкәрлеге буйынса ведомство-ара комиссия булдырылған. Ул власть органдарының, күҙәтеү ведомстволарының эшен координациялай һәм эшҡыуарҙар менән эш алып бара. Федераль агентлыҡ етәксеһе республиканың файҙалы ятҡылыҡтарҙы үҙләштереүселәрҙең эшмәкәрлеген яйға һалыуҙы ыңғай баһаланы.

Фото №1 - Республикала ҡаҙылмалар эҙләү һәм ҡаҙыу өсөн технологик полигон барлыҡҡа киләсәк
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ