Башҡортостан башлығы Ҡорбан байрамында Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин менән кәңәшләшеп, изге ғәмәл уҙғарҙы. Нәҙер ҡорбаны Александр Доставалов исемендәге ирекмәндәр батальонына барып етте.
Кисә Александр Доставалов исемендәге батальон мосолмандары изге йома намаҙына йыйылды. Һуңынан Башҡортостан башлығы исеменән байрам ашы ойошторолдо.
Икенсе ҡорбан тиҙҙән Шайморатов исемендәге ирекле батальонға оҙатыласаҡ. Башҡортостанда һәр дини барам уртаҡ һанала. Сөнки республикала барлыҡ милләт, дин вәкилдәре дуҫ, татыу йәшәй, бер-береһенең рухи ҡиммәттәренә, йолаларына оло ихтирам-хөрмәт менән ҡарай.
Батальон хәрбиҙәре иң яҡшы кейемдәр һәм кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителгән, улар республика ярҙамын тойом йәшәй.







