Шаран районында «Еләкле төбәк» тип исемләнгән беренсе республика гастрономия фестивале үтте

Күләмле сара сиктәрендә емеш-еләк йәрминкәһе, концерт ойошторолдо, тематик фотозоналар эшләне. Райондың брендын күтәреүгә тос өлөш индергән тырыш эшҡыуарҙар менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина аралашты

Өс төрлө сорт, өсөһө лә тәмле, халыҡ һөйөүен яулаған. Эшҡыуар Наталья Андриянова ғаиләһе менән бергә өс гектар участкала еләк үҫтерә.

«Ҡыҙыу эш миҙгеле тамамланып бара. Һуңғы силәктәр тултырыла», – ти ул. Йүнсел киләсәктә майҙандарҙы киңәйтеп, биләмәлә яңы сорттарҙы ултыртырға, хеҙмәткәрҙәр һанын арттырырға ниәтләй.

Шаран районы – еләкле төбәк. Бөгөн биләмәлә был йүнәлеш менән ун биш эшҡыуар шөғөлләнә. Шәхси хужалыҡтарҙы иҫәпкә алғанда, плантациядарҙың дөйөм майҙаны – 230 гектар. Йыллыҡ тауар әйләнеше мең тоннанан ашҡан.

Районда ярты быуаттан ашыу еләк үҫтереү менән һөнәри кимәлдә шөғәлләнгән ғаилә династиялары ла бар. Капитоновтар һәм Дмитриевтар барыһына ла өлгө булырлыҡ. Әйткәндәй, бөгөн тәмле емеш төбәктең бренд тауарҙары исемлегенә лә индерелгән. Йүнселдәрҙе берләштереү маҡсатында Шаран ауылында гастрономия фестивале ойошторолдо. Йәрминкә майҙансығында сауҙа иртәнге сәғәттәрҙән алып уңышлы барҙы.

Сауҙа кәштәләренә еләктең тиҫтәләп төрө ҡуйылды. Килограммы яҡынса 300 һум менән һатылды. Халыҡ сиратҡа баҫып, тиерлек, силәктәрен тултырҙы.  

Йәрминкәлә халыҡҡа еләктән яһалған ҡайнатма, компот һәм башҡа ризыҡтар, сувенир продукцияһы тәҡдим ителде.

Йәрминкәлә Прохор менән Захар Прохоровтар ҙа килемле булды. Ер еләген улар таңғы сәғәт  алтынан яланға сығып йыйған. «Сауҙа уңышлы барһын өсөн улар биҙрә аҫтына биш һум тимер аҡса ла һалған. Малайҙар каникулдарын файҙалы үткәрергә күнеккән. Ат һатып алыу маҡсаты менән яналар.

Фестивалде ойоштороусы булараҡ урындағы хакимиәт сығыш яһаған. Уңышлы башланғысты киләһе йылдарҙа ла дауам итеү ҡаралған.

«Еләкле төбәк» фестивале сиктәрендә ҙур алма бәлеше бешерелеп, халыҡҡа таратылды. Шулай уҡ майҙанда үҙешмәкәр коллективтар сығыш яһаны. Район хакимиәте тарафынан  сауҙа менән шөғөлләнеүселәргә рәхмәт хаттары, почет грамоталары тапшырылды. Шулай уҡ балалар өсөн дә күңел асыу программаһы ойошторолғайны. Малай-ҡыҙҙар һүрәт төшөрөү һәм башҡа ижади конкурстарҙа көс һынашты. Теләүселәргә аквагрим да яһалды

Йәрминкәгә килгәндә, халыҡҡа еләктән тыш, башҡа төр емеш, шифалы бал да тәҡдим ителде. Дөйөм алғанда, иң күбе өс сәғәт эсендә бер тоннанан ашыу продукция һатылды.

Фото №1 - Шаран районында «Еләкле төбәк» тип исемләнгән беренсе республика гастрономия фестивале үтте

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ