Благовар районындағы юл һәләкәтендә зыян күргәндәргә ярҙам күрһәтелә

Благовар районындағы юл һәләкәтендә зыян күргәндәргә ярҙам күрһәтелә. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин ойоштороу маҡсатында  Шишмә һәм Языков үҙәк район дауаханаларына юлланған. Авария булған ергә  10 ашығыс ярҙам бригадаһы, санавиация оҙатылған. Республика башлығы Радий Хәбиров ваҡиғаны ныҡлы контролгә алырға, зыян күргәндәргә ярҙам күрһәтергә ҡушты.

Благовар районындағы юл һәләкәтендә зыян күргәндәргә ярҙам күрһәтелә

Юл һәләкәтендә 6 пассажирҙың ғүмере өҙөлдө,  13-ө зыян күрҙе, уларҙы Шишмә һәм Языков дауаханаларына килтергәндәр. Дүрт кешенең хәле ныҡ ауыр, дүртеһенеке - уртаса ауырлыҡта. Уларҙы Өфөгә оҙатыу мөмкинлеге ҡарала. Имгәнгәндәр араһында бер бала  бар. Уны Республика балалар клиник дауаханаһына килтерәләр.

Фото №1 - Благовар районындағы юл һәләкәтендә зыян күргәндәргә ярҙам күрһәтелә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ