Тағы ла 10 кешегә медицина ярҙамы талап ителгән. Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, «Ford Transit» микроавтобусы юл ситендә торған «КАМАЗ» менән бәрелешкән.
Был ваҡытта йәмәғәт транспорты салонында 20-гә яҡын пассажир ултырған. Улар Языков ауылынан Өфөгә тиклем китеп барған булған. Әле фажиғә урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Осраҡ буйынса тикшереү башланған.




