Батырҙар исеме онотолмай. Ғафури районының Игенйылға ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына бюст асылды. Ошо ауылда тыуып үҫкән Алексей Яркалов – Дан орденының тулы кавалеры. Ул ауыр һуғыш йылдарын үтеп, кире әйләнеп ҡайта.
Алексей Яркаловҡа бюст асыу – геройҙы яңынан тыуған ауылына алып ҡайтты. Теманың дауамы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажында.
Тотош ауыл халҡы көтөп алған сара. Тулҡынландырғыс мәл. Ғафури ерлеге 5 Советтар Союзы Геройы ғына түгел, Дан орденының тулы кавалеры Алексей Яркаловты ла үҫтергән. Уның тыуып үҫкән Игенйылға ауылында геройға дан йырланды, уға арнап бюст асылды.
Алексей Яркалов – Дан орденының тулы кавалеры, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән дә бүләкләнә. 1939 йылда ул Ҡыҙыл Армия сафына алына, 1941 йылдың июненән һуғышта ҡатнаша. Дошман самолеттары ҡара болот кеүек осоп, бомбалар ташлағанда сержант Яркалов хеҙмәт иткән 113-сө уҡсылар полкы Румыния сигендә тора. Яркаловтың тупсылар расчеты фашистарға ҡаршлыҡ күрһәтә.
Артабан да уға бик күп ҡала-ауылдарҙы азат итеүҙә ҡатнашырға тура килә. Воронеж ҡалаһын һаҡлағанда «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. 1943 йылда Курск дуғаһына дошман ғәскәрҙәре һөжүменә ҡаршы торорға ебәрелә. Бер нисә тапҡыр ауыр яраланһа ла, кире сафҡа баҫа.
Алексей Яркалов тип уға нәҡ фронтта өндәшә башлайҙар. Геройҙың ысын исеме – Хөснулла Хәбибназар улы Йәркәйев. Волга ҡалаһын, Латвия ерен һәм Польшаны азат итеүҙә күрһәткән батырлыҡтары өсөн Хөснулла Йәркәйев Дан орденының тулы кавалеры исеменә лайыҡ була.
Геройға бюст асыу Игенйылға ауылының 300 йыллыҡ юбилей байрамына тура килде. Был йәһәттән ауылда күләмле сара ойошторолдо. Унда Игенйылғала тыуып үҫкән, хәҙер сит төбәктәрҙә йәшәүсе ауылдаштар йыйылды.
Байрам сиктәрендә йорт-ихаталарҙы төҙөкләндереү эшенә һөҙөмтә яһалды. Ауыл тормошонда ҡайнап йәшәүселәр рәхмәт хаттары һәм бүләктәр менән тәбрикләнде.
Әлфинә Килдейәрова







