Ҡырмыҫҡалы районында «Рәхәттә» мунса чемпионаты уҙҙы. Сарала бер түгел, ике Рәсәй рекорды ҡуйылды. Ике көн дауамында уҙған бәйгелә ил кимәлендә Волга буйы округы данын яҡлаясаҡ оҫталар һайланды. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.
50 кешегә иҫәпләнгән мунсаға икеләтә күберәк кеше һыйған. Был күренеш илдә тәүгә теркәлгән. Йолаға ярашлы, ҡыҙынғандан һуң, халыҡ сайынырға ашыға. Тағы ла бер Рәсәй рекорды – мунсанан һуң иң күләмле һыу ҡойоноу.
Мунса инеү чемпионатта оҫталыҡ күҙлегенән баһалана. Ҡатнашыусыларҙың кейемдән алып миндек менән ҡуллана белеү күнекмәһен тиклем жюри ағзалары күҙәтә. Төбәк чемпионатына федераль окргутан мунса яратыусылар йыйылған.
Һөҙөмтәлә иң шәп мунса оҫтаһы тип Һамар өлкәһенән Елена Дядиченко билдәләнде. Тимәк, ул Суздаль ҡалаһында үтәсәк финалда ҡатнашасаҡ.
СПА-хеҙмәте халыҡ араһында күптән популярлыҡ яулаған. Чемпионат еңеүсеһе Силәбенән Анатолий Филимонов янғын хәүефһеҙлеге өлкәһендә эшләй. Спа хеҙмәте менән өсөнсө йыл ғына ҡыҙыҡһыныуына ҡарамаҫтан, бер нисә титул эйәһе булып өлгөргән. Бәйгелә ул тәҡдим иткән программа иң яҡшыһы тип баһаланды.
Мунсасылар сараһына бәйге тотоусылар ғына түгел, был өлкәлә төрлө атрибуттар етештереүселәр ҙә йыйылғайны. Урамда 30 градуслыҡ эҫе тороуына ҡарамаҫтан, мунсаға ашығыусылар аҙ түгел. Мунсаларҙың да төрлөһө бар ине.
Мунсанан һуң массаж мотлаҡ. «Башҡорт массажы»н эшләтергә теләүселәр күп булды. Ул процедурала бал һәм айыу майы файҙаланыу менән үҙенсәлекле. Борон был хәрбиҙәр араһында популяр булған. Файҙалы матдә яраларҙы тиҙ бөтәштергән.
Мунсасылар чемпионаты Башҡортостанда тәүгә ойошторолған. Майҙан ике меңдән ашыу кешене берләштергән. Сара барыһын өсөн көнүҙәк проблемаларҙы ваҡытҡа булһа ла ҡалдырып, ял итеү майҙанына әүерелде.
Рәзилә Ғиниәтуллина







