Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн иртәнге сәғәттәрҙә Языков-Өфө маршруты буйынса юлланған микроавтобустың йөк машинаһына бәрелеү һөҙөмтәһендә 6 кеше кешенең ғүмере өҙөлдө. Ваҡиға урынынан тулыраҡ киләһе яҙмала.
Тағы ла 13 пассажир, шул иҫәптән өс бала төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылды. Әлеге сәғәттәргә улар Шишмә һәм Благовар районы медицина учреждениеларында табиптар күҙәтеүендә ҡала. Шулай уҡ ауыр хәлдәгеләр санитар авиация менән Өфөгә ебәрелде.
Юл-транспорт фажиғәһе сәбәптәре тулыһынса билдәле түгел. Әлегә яҡынса мәғлүмәттәр буйынса микроавтобус водителе йөк машинаһын абайламаған. Уға ла шулай уҡ ашығыс ярҙам күрһәтелгән.
Мәғлүм булыуынса, Авария теркәлгән урында юл хеҙмәткәрҙәре федераль трассаға билдә һалыу һәм яңыртыу менән мәшғүл булған. Көндөҙ аяҙлы-болотло тороуын, юлдың иркен һәм дүрт һыҙатлы булыуын иҫәпкә алғанда, республика башлығы авария эҙемтәләренә ентекле анализ бирергә ҡушты.
Осраҡ буйынса тикшереү дауам итә. Шаһиттарҙан һорау алына. Фажиғәгә бәйле, енәйәт эше ҡуҙғатылған. Уның үтәлешен Башҡортостан Прокуратураһы контролдә тотасаҡ.
Азат Ғәлиуллин




