Юл фажиғәләрендә һәләк булыусыларҙан тыш, һыуҙа батып, утта янып үлеүселәр ҙә байтаҡ. Үткән аҙнала Башҡортостандың һыу объекттарында 12 кешенең ғүмере өҙөлгән, янғында 6 кеше һәләк булған.
Белгестәр әйтеүенсә, күрһәткестәр уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда түбәнерәк, әммә уяулыҡты юғалтырға, хәүефһеҙлек саралары хаҡында оноторға ярамай. Теманы хәбәрсебеҙ Рәмзиә Кәримова дауам итә.
Ҡояшлы, эҫе көндәрҙең ыңғай яғы ла, күңелһеҙ мәлдәре лә етерлек. Был осорҙа халыҡ йылға-күл буйҙарына ашыға. Берәүҙәргә һыу буйындағы ял онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар бүләк итһә, икенселәре өсөн ҡайғылы тамамлана. Үткән аҙнала ғына һыу объекттарында 12 кешенең ғүмере ҡыйылған. Белгестәр әйтеүенсә, төп сәбәп – йыһазландырырмаған урында һыу инеү һәм спиртлы эсемлектәр ҡулланыу.
Ер хужаларында ял ҡайғыһы юҡ, улар өсөн көнө йылды туйҙырыр яуаплы мәл. Әле баҫыуҙарҙа эш ҡайнай, мал аҙығы әҙерләү бара. Аграрийҙар фекеренсә, запас йыл ярмылыҡ итеп әҙерләнә. Сөнки киләһе йылдың нисек килере билдәһеҙ. Республика башлығы бурала мул уңыш һалыныуға ышаныс белдерҙе. Йыл ялан батырҙары өсөн уңайлы, ер ваҡытында дымға туйынды, ҡояш та нурҙарын йәлләмәй.
Мәғариф учреждениеларында каникулдар дауам итеүгә ҡарамаҫтан, белем усаҡтары өсөн дә яуаплы осор. Уҡыу йылы һөҙөмтәләрен барлау, яңы миҙгелгә әҙерлек бара. Республикала урта һөнәри белем биреү учреждениеларын яңыртыуға ярты миллиард һум тирәһе аҡса йүнәлтеү ҡаралған.
Был 6 мең тирәһе студент өсөн заманса шарттар тыуҙырыу мөмкинлеге бирә. Шулай уҡ колледжда уҡыусылар өсөн стипендияның күләме арттырылған. Радий Хәбиров эшсе һөнәрҙәргә, хеҙмәт династияларына иғтибарҙы арттырырға ҡушты.
Оператив кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, инвестициялары йәлеп итеүҙе арттырыу мөмкинлеге лә киңәйә. Башҡортостан инвестиция стандартын быйыл индерә ала, ул пилот төбәге исемлегенә ингән. Илдең башҡа региондарныда был проект 2025 йылда ғына тормошҡа ашырыла башлай.
Рәмзиә Кәримова




