Илдә тәүге тапҡыр киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре өсөн «Геройҙар уҙышы» ойошторолдо

Медиа геройҙары. Шишмә районы «Патриот» паркында уҙған бәйгелә гәзит-журнал, электрон баҫмалар, матбуғат хеҙмәттәре, телевидение һәм радио вәкилдәре, йәмғеһе 18 команда ҡатнашты.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы исеменән ике команда сығыш яһаны. Ярышта ҡатнашыусылар ике саҡрымға яҡын дистанцияла 14 ҡаршылыҡты еңеп сығырға тейеш ине.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре араһында «Геройҙар уҙышы» төбәк етәксеһе башланғысы менән старт алды. Бер айҙан шул уҡ майҙанда 5 һәм 10 саҡрымлыҡ дистанцияларҙа Бөтә Рәсәй бәйгеһе уҙасаҡ.

Фото №1 - Илдә тәүге тапҡыр киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре өсөн «Геройҙар уҙышы» ойошторолдо

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ