Советтар Союзы Геройы Ғәбит Әхмәров урамы байрамы

Федоровка районының Бала Сытырман ауылында Советтар Союзы Геройы Ғәбит Әхмәров исемен йөрөткән урамда байрам ойошторолдо.

Байрам ауыл мәҙәниәт йорто, ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм ағинәйҙәр көсө менән әҙерләнде.

Байрамға ошо урамда тыуып үҫкән яҡташтар илебеҙҙең төрлө тарафтарынан йыйылды. Урам исеме уҙған быуаттың 70-се йылдарында герой үҙе иҫән саҡта уҡ бирелгән. Әле Әхмәров йортонда уның вариҫтары йәшәй.

Байрамда геройҙың ҡыҙы Замира Әхмәрова атаһы тураһында иҫтәлектәр менән уртаҡлашты, бала саҡ урамының үткәнен һаҡлаған тарихи фотоһүрәттәр менән дә бүлеште. Ауылдаштарға Әхмәров урамында йәшәгән таланттар көсө менән әҙерләнгән ҡыҙыҡлы концерт программаһы тәҡдим ителде.

Йыр-бейеү, уйын-көлкө, ошо урамда тыуып үҫкән билдәле шәхестәр, һөнәр оҫталарының сығыштары һәр кемдең күңелен күтәрҙе. Урамдаштар үҙ көстәре менән әҙерләнгән милли аш-һыуҙар менән һыйланды. Боронғо башҡорт ауылының герой исемен йөрөткән урамында әле 50-нән ашыу йорт иҫәпләнә, урамдың иң өлкән аҡһаҡалы Әнүәр Кинйәбаев 85 йәштә.

Фото №1 - Советтар Союзы Геройы Ғәбит Әхмәров урамы байрамы

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ