Хәйбулла районында Металлургтар көнөнә арналған байрам ойошторолдо

Хәйбулла районы Петропавловский ауылында «Башҡорт баҡыры» сәнәғәт предприятиеһы Металлургтар көнөнә арналған байрам ойошторҙо. Намыҫлы хеҙмәттәре, юғары һөнәри оҫталыҡтары өсөн йәмғиәт хеҙмәткәрҙәре Рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙары һәм билдәләре менән бүләкләнде.

Сара сиктәрендә «Һаулыҡ» милли проекты сиктәрендә модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты ла асылды. Һөнәри байрамдарын «Башҡорт баҡыры» таусылары яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡаршыланы. Төп эштәренән тыш, улар социаль объекттар төҙөүгә, эшселәр өсөн уңайлыҡтар булдырыуға ҙур иғтибар бүлә.

Фото №1 - Хәйбулла районында Металлургтар көнөнә арналған байрам ойошторолдо
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ