Бәхетһеҙ осраҡтарҙың тиҫтәләбе уҙған ял көндәренә тура килә. Эҫе көндәр етеү менән ҡотҡарыусыларҙың да эш күләме арта. Хеҙмәткәрҙәр тәүлегенә генә уртаса 7 кешене ҡотҡара. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты Граждандарҙы яҡлау идаралығы менән берлектә сираттағы рейдҡа сыҡты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Ҡотҡарыусылар инде нисәнсе тапҡыр ял итеүселәргә һыуҙағы билдә аша сыҡмаҫҡа өндәй. Сөнки, уның аша үтеү туранан-тура һыу ҡорбаны булыуҙы аңлата. Күп осраҡта тәбиғи көстө яулауға алкоголь дә этәрмәй ҡалмай.
Һыу ҡорбандары статистикаһының яртыһынан күбеһенә тап спиртлы эсемлек эсеү сәбәпсе. Ҡырын тейәп алған был йәш егеттәр ҙә йылғаға яҡын бармауын, ә бары тик ҡыҙынырға теләүҙәре менән аҡланды. Ғөмүмән, бындай осраҡта тыйыуҙар ҡотҡарыусыларға түгел, ә үҙ ғүмерҙәре өсөн мөһим.
Һыуҙан кешене ял итеүселәр ҙә ҡотҡарҙы. Күнекмә рәүешендә. Уҡыу үҙәге хеҙмәткәрҙәре урында уҡыуҙар үткәрҙе. Манекен яһалма тын алдыртыуға, массажға реакция бирә.
Ҡырағай пляждар ҙа шулай уҡ ҡотҡарыусыларҙың иғтибары үҙәгендә ҡала. Бөгөн дә ял итеүселәрҙең тыныслығын боҙорға тура килде.
Бындай урында яр ситендә ҡалыу хәүефһеҙерәк. Ҡырағай пляжды үҙен депутат ярҙамсыһы тип таныштырғаны ла оҡшатып өлгөргән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе ял мөйөшөндә алкоголь барлығын күреп, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен аңлатты.
Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл республикала 40-ҡа яҡын кеше һыу ҡорбаны булған. Уларҙың бер өлөшө уҙған ял көндәренә тура килә.
Табыла. Ҡыҙғанысҡа яр буйында түгел. Эҫе көндәр дауам итә. Ҡотҡарыусыларҙың да мәшәҡәттәре тик бының менән генә сикләнмәйәсәк тип көтөлә.
Азат Ғәлиуллин




