Һәр муниципаль берәмек етәксеһе улар менән даими бәйләнештә булырға тейеш, тине Республика башлығы. Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ юл, торлаҡ төҙөлөшө менән бәйле һорауҙар, халыҡ-ара кимәлдәге Евразия фән-мәғариф үҙәге үҫеше программаһы ҡаралды. Төп темалар хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Башҡортостан егеттәренән тупланған Шайморатов һәм Доставалов батальондары июлдә алыҫ сәфәргә сыҡты. Яҡташтарыбыҙ Донбасстағы махсус операцияға юлланыр алдынан хәрби күнекмәләр үтә. Республика башлығы муниципаль берәмек етәкселәренә яугирҙарҙың яҡындары хаҡында хәстәрлек күрергә, улар менән даими бәйләнеш тоторға ҡушты.
Башҡортостан 1 августҡа тиклем Евразия фән-мәғариф үҙәгенең кампусын төҙөү өсөн федераль финанслау алыуға ғариза бирергә ниәтләй. Оператив кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, торлаҡ метрҙың хаҡы артыу сәбәпле, әле яңынан иҫәпләү үткәрелгән. Радий Хәбиров ғалимдарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға айырым иғтибар бирергә ҡушты.
Оператив кәңәшмәлә ҡаралған тағы ла бер мәсьәлә транспорт инфраструктураһы һәм торлаҡ төҙөлөшө менән бәйле. Республика башлығы Өфөнән сит илдәргә авиамаршруттарҙы арттырыу бурысын ҡуйҙы. Ярты йылда баш ҡаланың халыҡ-ара аэропорты 1 миллион 740 мең тирәһе пассажирҙы ҡабул иткән, был үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, 6 процентҡа күберәк.
Авиа йүнәлештәрҙе арттырыу мотлаҡ, башланғыс этапта субсидияларға ла мөмкин, тине Радий Хәбиров. Торлаҡ төҙөлөшө буйынса ла ыңғай үҙәрештәр күҙәтелә. Киләһе йыл аҙағына тиклем торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға 2 миллиард һум дәүләт ярҙамы йүнәлтеү ҡаралған.
Мәғлүм булыуынса, былтыр торлаҡ төҙөлөшө буйынса рекордлы күрһәткес теркәлде. Белгестәр быйыл был күләмдең тағы ла артыуын фаразлай. Йыл аҙағына тиклем республикала 3 миллион квадрат метрға яҡын торлаҡ сафҡа индерелер тип күҙаллана.
Рәмзиә Кәримова







