Радий Хәбиров иҫерек водитель ҡатнашлығындағы үлемесле аварияны шәхси контролгә алды

Юл-транспорт фажиғәһе бөгөн таңда Баҡалы районында теркәлде. Audi A5 автомобиленең дүрт ҡыҙҙы бәрҙереүе һөҙөмтәһендә йәйәүлеләрҙең барыһы ла һәләк булды.

Республика етәксеһе ваҡиғаны ентекле тикшерергә һәм ведомство-ара комиссия йыйырға ҡушты. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов әҙерләгән репортажда.

Аҙнаның тәүге иртәһе ҡот осҡос фажиғәнән башланды. Иҫерек водителдең йәйәүле ҡыҙҙарҙы бәрҙереүе тураһында хәбәр йәшен тиҙлегендәй бар Рәсәйгә таралды. Күҙ асып йомған арала 4 ғаилә ғәзиз балаһын юғалтты.

Әхирәттәрҙең өлкәненә 19, кесеһенә 16 ғына йәш. Йәкшәмбе кис улар таңды ҡаршы алырға китә һәм өйҙәренә кире әйләнеп ҡайтмай. Һәләкәткә тарыусыларҙың яҡындары әйтеүенсә, йәштәр Өфөлә уҡып һәм эшләп йөрөгән була. Йәйге каникулдар хөрмәтенә улар ауылға ҡайтып осрашырға ҡарар итә.

Авариянан һуң иномарка водителе ҡулға алына. Тикшереүҙәр барышында уның ҡанында алкоголь булыуы асыҡлана. 23 йәшлек егеттең ни өсөн эскән килеш руль артына ултырыуы һәм тиҙлекте арттырыуы әлегә билдәһеҙ. Был һорау менән әле хоҡуҡ һаҡлау органдары шөғөлләнә.

Енәйәттә ғәйепләнеүсе Марс исемле егет вахта ысулы менән Себерҙә эшләп йөрөгән булған. Автомобилдәр һәм сәйәхәт итергә яратҡан нефтсе интернетта үҙен «бриллиант» тип атай. Өй алдында торған автомобилдә ул таңға ғына сығып китә. Улының эскән килеш руль артына ултырыуын атай кеше белмәй ҙә ҡала.

Башҡортостан башлығы үлемесле аварияны шәхси контролгә алды. Әҙәм аҡтығы мотлаҡ рәүештә язаға тарттырыласаҡ тине Радий Хәбиров. Был хәлдән һуң ул иҫерек водителдәргә ҡаршы көрәште көсәйтергә ҡушты.

Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуғатылған. Йәйәүле ҡыҙҙарҙы бәрҙергән автомобиль штраф туҡталҡаһына бикләнгән. Уның хужаһына 15 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү янай.

Фото №1 - Радий Хәбиров иҫерек водитель ҡатнашлығындағы үлемесле аварияны шәхси контролгә алды

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ