Быйыл республикала 35 километрҙан ашыу асфальт ҡатламы яңыртылған

Һикһән ике саҡрымда ремонт эштәре башҡарылған. Был турала бөгөн Башҡортостан башлығы рәйеселегендә үткән Транспорт сәғәте кәңәшмәһендә һүҙ барҙы.

Уның көн тәртибенә юл хужалыҡтарының көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлеге һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге сараларын көсәйтеү мәсьәләләре сығарылды. «Башкиравтодор» йәмғиәте етәксеһе Илдар Юланов белдереүенсә, предприятиела әле боҙлауыҡҡа ҡаршы реагенттар һатып алыу дауам итә, техника әҙерләнә. Ҡышҡы юлдарҙы тәртиптә тотоу маҡсатында мең ярым берәмек махсус машина йәлеп итеү ҡаралған.

Ултырышта Өфө – Бөрө – Яңауыл автомобиль юлында хәүефһеҙлек сараларын көсәйтеү мәсьәләһе лә күтәрелде. Төбәк әһәмиәтендәге магистралдең Благовещен районына ҡараған өлөшөндә юл-транспорт ваҡиғалары йыш теркәлә, тиелде ултырышта.

Статистиканан күренеүенсә, 15 үлемесле аварияның 9-ҙы, тап ошо биләмәгә тура килгән. Кәңәшмә барышында авария күрһәткестәрен кәметеү маҡсатында мөһим ҡарарҙар ҡабул ителде.

Фото №1 - Быйыл республикала 35 километрҙан ашыу асфальт ҡатламы яңыртылған
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ