Баймаҡта билдәһеҙ водитель 14 йәшлек үҫмерҙе бәрҙергән

Фажиғә кисә төнгө сәғәт 10 менән 11-ҙәр араһында ҡаланың Әлибаев урамында теркәлгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә, уҡыусы бала йәрәхәтләнгән урында йән бирә.

Ғәйепле водитель ваҡиға урынынан ҡасҡан. Юл фажиғәһе буйынса ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белеүселәр, полицияға хәбәр итеүҙәре һорала. 8 (347) 235-84-02

Краснокама районында ла үлемесле авария теркәлде. Нефтекама һәм Яңауыл юлыда 9-сы модель «ВАЗ» автомобиле «Лада Приора» менән бәрелешкән. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, тәүге транспорт сараһының 26 йәшлек водителе төп юлға сыҡҡан ваҡытта икенсеһен үткәрмәгән.

Авария һөҙөмтәһендә 17 йәшлек ҡыҙ алынған йәрәхәттәрҙән һәләк булған. «Приора» водителе һәм «ВАЗ»дың өс пассажирына медицина ярҙамы талап ителгән.

Фото №1 - Баймаҡта билдәһеҙ водитель 14 йәшлек үҫмерҙе бәрҙергән
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ