Андрей Назаров Асылыкүлдәге экологик хәлде шәхси контролгә алды

Дүшәмбе Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров Дәүләкән районындағы күлдең һайығыуына боросолоу белдерҙе.

Һуңғы йылдарҙа был проблема граждандарыбыҙҙы бик ныҡ борсой. Шуға ла киләһе аҙнала Экология министрлығы вәкилдәре һәм башҡа яуаплы кешеләр менән урында күсмә кәңәшмә үткәрәбеҙ, тигән Андрей Назаров.

Билдәле булыуынса, Асылыкүл – Башҡортостандың иң ҙур күле, Рәсәйҙә ул етенсе урынды биләй. 1962 йылдан тәбиғәт ҡомартҡылары исемлегенә индерелеп, бөгөнгәсә һаҡлау аҫтында. Халыҡ күлде яратып, төбәктең йөҙөк ҡашы тип йөрөтә.

Фото №1 - Андрей Назаров Асылыкүлдәге экологик хәлде шәхси контролгә алды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ