Башҡортостанда ураҡ кампанияһы башланды

Мәләүездәр – көҙгө арышты, Көйөргәҙе, Йәрмәкәй һәм Туймазы райондары ужым бойҙайын сабыуға төштө.

Өфө районы аграрийҙары иһә иң иртә өлгөрөүсе культура – көҙгө шипкәнде һуғырға тотондо. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, быйыл республика хужалыҡтарына бер миллион 757 мең гектарҙа уңыш йыйып алырға кәрәк. Шуның 262 мең гектары – ужым ашлығы, миллион ярым гектары – яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы культуралары.

Бынан тыш, 435 мең гектарҙан ашыу майҙандан – майлы культураларҙы, 44 320 гектарҙан - шәкәр сөгөлдөрөн, 3 900 гектарҙан картуф һәм йәшелсә йыйып алыу бурысы тора.

Фото №1 - Башҡортостанда ураҡ кампанияһы башланды
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ