Яңы учреждение төбәктә уңышлы ғәмәлгә ашырылған «Һаулыҡ һаҡлау « милли проекты сиктәрендә сафҡа инде. Урындағы халыҡҡа тәүге медицина ярҙамын күрһәтеү, прививка эшләү, йөклө ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәләмәтлеген тикшереү өсөн шарттар булдырылған объектты асыу тантанаһында БЮТ ижади төркөмө лә ҡатнашты. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Лекаревка ауылында йәшәүсе Людмила Нурыева – биләмәлә асылған фельдшер-акушерлыҡ пунктының тәүге пациенты. Хаҡлы ялдағы ханым медицина ярҙамына даими мохтаж, шуға ла яңы объекттың асылыуын түҙемһеҙләнеп көтөп алған. Ауылда йәшәүсе башҡа кешеләр ҙә ФАП асылыу тантанаһынан ситтә ҡалманы. Улар учреждение йыһаздарын ҡарап, бында ойошторолған хеҙмәттәр исемлеге менән ентекләп танышты.
Күсмә ЭКГ аппараты, ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн ҡоролмалар, йөклө ҡатын-ҡыҙҙар өсөн кресло һәм башҡа йыһаздар булдырылған бинала өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ҡабул ителә. Йәшәү урыны буйынса медицина учреждениеһы төҙөлөүе сәләмәтлеккә иғтибарҙы ла арттырыр тип күҙаллана.
Фельдшер-акушерлыҡ пункттарын асыу йүнәлешендә Өфө районында быйыл һөҙөмтәле эш алып барыла. Уҙған аҙнала Стуколкин Һәм Фомичев ауылдарында йәшәүселәр өсөн дә яңы ФАП ишектәре асылды.
Флорида Ким




