Урындағы халыҡ әйтеүенсә, ут сиркәү көмбәҙен йәшен атыу һөҙөмтәһендә сыҡҡан.
Махсус хеҙмәттәр килеүгә ялҡын өс ҡатлы ағас бинаны ут ялмап өлгөрә. Янғынға ҡаршы көрәшкә 25 кеше һәм 9 берәмек техника йәлеп ителә.
Бәхеткә күрә, ҡорбандар һәм йәрәхәтләнеүселәр теркәлмәй, эвакуация талап ителмәй. Әле ғәҙәттән тыш хәл сәбәптәре тикшерелә. Сиркәү тергеҙерлек хәлдә түгел.
Ошо уҡ көндө райондың Нөркәй ауылында ла һарай янған. Бындай ла ут сығыуға йәшен сәбәпсе булыуы ихтимал.




