Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Yamaha мотоциклы ҡаршыға килеүсе Daewoo Nexia менән бәрелешә. Авария һөҙөмтәһендә 21 йәшлек байкер һәм уның 22 йәшлек пассажиры фажиғә урынында вафат була.
Тикшереүҙәр барышында асыҡланыуынса, мотоцикл йөрөтөүсе менән пассажир махсус экипировка һәм мотошлемһыҙ, өҫтәүенә водителдең рөхсәт ҡағыҙҙары булмаған.




