Милли китапханаға ядро ҡоралы һынауҙарында ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ тураһында китап тапшырылды

Ырымбур өлкәһе Тоцк полигонында ядро ҡоралы һынауҙарында ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ тураһында китап донъя күрҙе. Уның авторы – Рифҡәт Мырҙағолов.

Китапта махсус хәүеф төркөмөнән 65 ветерандың яҙмышы хаҡында бәйән ителә. Мәғлүмәтте эҙләү һәм эшкәртеүгә авторға бер йыл самаһы ваҡыт талап ителгән. Баҫманың тиражы 10 дананан тора. Уларҙың бер өлөшө Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана фондына тапшырылды.

Фото №1 - Милли китапханаға ядро ҡоралы һынауҙарында ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ тураһында китап тапшырылды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ