Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» паркын төҙөгән подрядсы ойошма Луганскиға юлланды

Яҡташтарыбыҙ Донбасста торлаҡ йорттарҙы һәм социаль объекттарҙы тергеҙеү менән шөғөлләнәсәк.

Төҙөүселәр бригадаһын алыҫ юлға оҙатырға Башҡортостан башлығы килде. Төркөмдә бөтәһе – 32 белгес, улар Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Ключ ҡалаһында өйҙәрҙе ремонтлау эшен алып барасаҡ. Шулай уҡ яҡташтарыбыҙ алдында Петровское ауылындағы 22-се һанлы белем усағын төҙөкләндереү бурысы тора.

Был мәғариф учреждениеһы данлыҡлы яҡташыбыҙ, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың исемен йөрөтә. Объектты 1 сентябргә тиклем файҙаланыуға тапшырыу ҡаралған. Радий Хәбиров төҙөүселәргә хәйерле юл һәм эштәренең уңышлы барыуын теләне.

Фото №1 - Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» паркын төҙөгән подрядсы ойошма Луганскиға юлланды

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ