Ағиҙел ҡалаһының экология һәм һыу туризмын үҫтереү буйынса потенциалы ҙур

Был турала Премьер-министр Андрей Назаров Башҡортостан Хөкүмәтенең Ағиҙелдә үткән күсмә ултырышында белдерҙе.

Республиканың министрлыҡ-ведомстволар етәкселәре ҡатнашлығындағы ултырышта һүҙ ҡаланың инвестиция ҡеүәтен, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, туризмды үҫтереү хаҡында барҙы.

Әлеге ҡатмарлы шарттарҙа урында иҡтисадтың төп драйверы булып бизнес тора. Ағиҙел эшҡыуарҙар иҫәбе буйынса муниципаль берәмектәр араһында 58 урынды биләй. Үткән йылда 7 кеше дәүләттән 1 миллион 400 мең һум күләмендәге финанс ярҙам алған. Урында бизнесты үҫтереү мөмкинлектәре бар, бөтәһе 24 инвестиция майҙансығы иҫәпләнә.

Сағыштырыу өсөн Күмертауҙа – 30, Салауатта – 34, Сибайҙа – 42. Хәҙер был биләмәләргә эшҡыуарҙар йәлеп итеү, уларға эш башлауҙа булышлыҡ күрһәтеү бурысы тора. 2023 йылға тиклем Ағиҙелдә 91 миллион һум күләмендәге 2 инвестиция проектын тормошҡа ашырыу күҙаллана. Бөтәһе 42 яңы эш урын асылырға тейеш. 

Андрей Назаров белдереүенсә, Ағиҙелдең экология һәм һыу туризмын үҫтереү буйынса ла мөмкинлектәре киң. Урындан Ағиҙел һәм Кама йылғалары аша диңгеҙ акваторияларына сығырға була.

Фото №1 - Ағиҙел ҡалаһының экология һәм һыу туризмын үҫтереү буйынса потенциалы ҙур

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ