Языков – Өфө маршруты буйынса хәрәкәт итеп, үлемесле аварияға тарыусы «Форд Транзит» водителе ҡулға алынды. 27 йәшлек Азат Сәфәрғәлинды Благовар район-ара суд залына Өфө дауаханаһы реанимацияһынан алып килгәндәр.
Суд процессында ҡулға алыныусының әсәһе лә ҡатнашты. Тыңлауҙар алдынана Азат Сәфәрғәлиев ғәйебен танып, вафат булыусыларҙың туғандарынан ғәфү үтенде. Уның һүҙҙәре буйынса, ул сәғәтенә 80-90 саҡрым тиҙлек менән хәрәкәт иткән. Юл ситендә торған «КАМАЗ»ды абайламаған.
Алдағы ике айҙы ғәйепләнеүсе Өфөләге тикшереү изоляторында үткәрәсәк. Яҡындары ҡулға алыныусыны тик ыңғай яҡтан ғына ҡылыҡһырлай. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ике көн элек булған аварияла 6 кешенең ғүмере өҙөлдө. Бөгөн Благовар районында һуңғы 3 вафат булыусыны ерләнеләр. Ғәйепләнеүсегә 7 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай.
Рәзилә Ғиниәтуллина




