Ураҡ мәле етте. Башҡортостандың быйылғы ураҡ кампанияһы үҙенсәлектәре тураһында Ейәнсура районында үткән «Баҫыу көнө» зона семинарында һөйләштеләр. Сараға республиканың 12 районы вәкиле йыйылды. Заманса техника, Башҡортостанда етештерелгән продукция күргәҙмәһе ойошторолдо. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.
Башҡортостан аграрийҙары яңы ураҡ кампанияһына техника һайлай. Былтыр республикала ауыл хужалығы теникаһы һатып алыуға рекордлы 12 миллиард һум аҡса сарыф ителә. Быйыл иһә күрһәткесте 10 миллиард һум кимәлендә һаҡлап ҡалыу күҙаллана. Заманса техника тәү сиратта уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыуға мөмкинлек бирә. Ейәнсура районында ойошторолған «Баҫыу көнө»нә республиканың 12 район вәкиле йыйылды. Зона семинарында ҡатнашыусылар һүҙҙәренсә, бындай сара ауыл хужалығы өлкәһендә яңылыҡтарҙы күҙәтеп барарға һәм яңы технологияларҙы йәлеп итеүгә мөмкинлек бирә.
«Баҫыу көнө» семинарын «А7 Агро» хужалығы ҡабул итте. Сарала ҡатнашыусылар Ейәнсура районының алдынғы хужалығы эшмәкәрлеге менән танышты.
Ә инде баҫыу культураларын таҙа үҫтереү, зарарлы бөжәктәрҙе юҡҡа сығарыу өсөн баҫыуҙар махсус химик матдә менән эшкәртелә. Был эште, үҫемлектәргә зыян килтермәйенсә махсус дрон башҡара.
Бындай семинарҙы Ейәнсура районы тәүгә ҡабул итә. «Баҫыу көнө» үтерен белеп, район аграрийҙары сәсеү кампанияһына ла айырыуса яуаплылыҡ менән ҡарай.
Быйыл ауыл хужалығы эшсәндәре тәүлегенә 150-155 мең гектар баҫыуҙы сәсеүгә өлгәшә. Хәҙер орлоҡтарҙы бураға һалып, лайыҡлы хаҡҡа ғәмәлгә ашырыу тора. Республика аграрийҙары үҫтергән орлоҡтарҙы элеваторҙар ҡабул итергә әҙерләнә.
1924 йылдан алып эшләгән Мәләүез элеваторында реконструкция башҡарыла, яңы заманса ҡоролмалар урынлаштырыла. Шулай уҡ ҙур йөк машиналарын һыйҙырырлыҡ майҙансыҡтар әҙерләнгән.
Семинар сиктәрендә төбәктә етештерелгән ашлыҡ һәм гибридтар төрҙөренә баҫым яһалды. Ауыл хужалығы эшсәндәре һынау участкаларында сәселгән культуралар менән танышты.
Башҡортостандың Ауыл хужаылғы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл республика хужалыҡтарына бер миллион 757 мең гектарҙа уңыш йыйып алыу бурысы тора. Шуның 262 мең гектары - ужым ашлығы, миллион ярым гектары - яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы культуралары. Бынан тыш, 435 мең гектарҙан ашыу майҙанда - майлы культуралар, 44 320 гектарҙа - шәкәр сөгөлдөрө, 3 900 гектарҙа картуф һәм йәшелсә өлгөргән.
Әлфинә Килдейәрова




