Әбйәлил ерендә башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижадының онотолған жанры тергеҙелде

Төбәктең Күбәләк ырыуына ҡараған Байым ауыл биләмәһендә Урал аръяғы башҡорттарының «Ҡомартҡы» республика этник форумы үтте. Сараның да тап ошо ерлектә ойошторолоуы осраҡлы түгел, сөнки заманында башҡорт старшинаһы Байым тархан Ҡыҙраев сәсәндәрҙе йыйып майҙан ҡорор булған. Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Шул ваҡыттан бирле Гусев ауылында һаманғаса «Һеҙгә һалам кәрәкмәйме?» – тип иҫләп көлөп алалар. Лаҡап, йә иһә мәҙәк хәлдәр Әбйәлилдең һәр ауылына ереккән. Быны бәйгеселәр һанына ҡарап та билдәләргә мөмкин ине. Сара тирмә эсендә, күҙмә-күҙ ҡарап һөйләшеү форматында үтте. Ул ҡатнашыусыларға иркенләп, тасуири итеп һөйләргә ирек бирҙе. Заманында ла бит сәсән теллеләрҙе йыйған майҙанда тирмәләрҙә үтер булған.

Урал аръяғы башҡорттарының «Ҡомартҡы» республика этник форумы тағы бер традицион милли ризыҡты пропагандалауҙы үҙ эсенә алды.

Башҡорт халыҡ йырында данланған милли ризыҡ, бигерәк тә Әбйәлил халҡының тәбиғи ҡомартҡыһынан һанала. Сөнки,

Этник форум Әбйәлилдең төрлө ауылдарын бергә йыйҙы. Хужабикәләр майҙанда ҡаҙан аҫып, әсә-өләсәһе рецебына таянып йыуаса бешерҙе. Бәйге форматына нигеҙләнеп улар үҙ фантазияларына ла бирелде. Ғәҙәти, ромб, йә түңәрәк түгел, кемдер балыҡ итеп, икенселәр ҡамырҙы үреп тигәндәй әҙерләне. Ғөмүмән, форум йыуаса кеүек традицион милли ризыҡтарҙан бизнес эшләү серҙәре менән дә уртаҡлашыусылар булды.

Урал аръяғы башҡорттарының «Ҡомартҡы» республика этник форумы традицион миллилекте пропагандалауға ҡоролғайны. Ул уҡтан атыу, йәштәр араһында көрәш, йә милли кейем өлгөләренән торған күргәҙмә булһынмы һәммәһе лә халҡыбыҙҙың алтын мираҫы.

Ә лаҡапсылар бәйгеһе һөҙөмтәһендә Әбйәлилдең Таштуй ауылынан Нәзифә Мәғәфүрова Гран-приҙы яулаһа, иң тәмле йыуаса бешереүсе тип Ҡушыйҙан Фәнүзә Дәүләтова танылды. «Ҡомартҡы» форумы киләһе йылда ла тормошҡа ашырылыр тип көтөлә.

Фото №1 - Әбйәлил ерендә башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижадының онотолған жанры тергеҙелде

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ