Бөгөн Мәскәүҙә уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы моноҡалалары иғлан ителде. Исемлеккә 17 күрһәткес буйынса алдынғы урындарҙы алған төбәктәр ингән.
Матбуғат конференцияһында Моноҡалалар үҫеше фонды етәксеһе Ирина Макиева Благовещен районы хакимиәте башлығы Олег Головҡа моноҡалалар рейтынгы лидеры статуэткаһын тапшырҙы. Уның билдәләүенсә, былтыр Благовещендә эшҡыуарлыҡ әүҙемлеге артҡан, ә һорау алыу һөҙөмтәләре халыҡтың муниципалитет етәкселегенә ышаныстың юғары булыуын күрһәткән.




