Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә балалар һәм ололар өсөн яңы китаптар донъя күрҙе. "Мәктәп китапханаһы" серияһында Мостай Кәримдең башҡорт һәм рус телдәрендә "Беҙҙең өйҙөң йәме" һәм "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" повестары айырым китаптар булып баҫылды. Нәшриәт белгесе Илзидә Йосопова һөйләй.




